Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Март 2023, 04:45

Билдәле фермер вафат

 Оҙайлы ауырыуҙан һуң билдәле фермер Хәсән Сәғитйән улы Иҙиәтуллин вафат булды.  

Билдәле фермер вафатБилдәле фермер вафат
Билдәле фермер вафат

 

Ул 1957 йылдың 15 ғинуарында Шишмә районы Тәпәреш ауылында күп балалы ғаиләлә алтынсы бала булып тыуған.

 1987 йылда ул Иглин районының  "Оло Тәләк" совхозын етәкләй.  1991 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Х. Иҙиәтуллин крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштороп, башҡорт тоҡомло ат үрсетә.

 1990 – 1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 12-се саҡырылыш депутаты итеп һайлана. Бер нисә тапҡыр район Советы депутаты була.

Билдәле фермер йыл һайын  Оло Тәләк ауылында һабантуй һәм парашют спорты фестивале ойошторҙо, Бөйөк Ватан һуғышы туғандаш халыҡтарының Геройҙар аллеяһын булдырҙы.

 Хәсән Сәғитйән улының ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Мәрхүм менән хушлашыу бөгөн Оло Тәләктә сәғәт көндөҙгө 12- лә була.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас