

Ҡайҙа булғандыр, билдәһеҙ. Ҡолағанмы, әллә уны ваҡытлыса алып торғандармы - рәсми мәғлүмәт әлегә юҡ. Арыраҡ кран торһа ла, мәсет янында төҙөлөш эштәре күҙәтелмәй. Ҡайһы берәүҙәр, көмбәҙҙе көслө ел алып осорҙо, ти.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҙур йомғаҡлау интервьюһы барышында Радий Хәбиров Өфөнөң иң ҙур архитектура объектының береһе - "Әр-Рәхим" йәмиғ мәсете төҙөлөп бөтәсәк, тип белдергәйне.
"Әр-Рәхим" - баш ҡалабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙәге иң ҙур мәсеттәрҙең береһе буласаҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.