

Бында һүҙ 155-се "Ҡамышлы" гараж кооперативтары-Алексеевка (Тарбеевка) Суровка ауылы аша" һәм 155А "Алексеевка (Тарбеевка)-Зареченск баҙары 8 Март ҡасабаһы аша" автобустары хаҡында бара.
Республика Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы етәксеһе билдәләүенсә, улар көнөнә кәмендә өс тапҡыр - иртәнсәк, көндөҙ һәм кисен йөрөйәсәк.
Киләсәктә ведомство 500-ҙән ашыу кеше йәшәгән барлыҡ тораҡ пункттарға ла транспорт маршрутын ойошторорға ниәтләй.
Александр Клебановтың әйтеүенсә, әле халыҡ 400-се "Атйетәр-Өфө" автобустарында йөрөй ала (баш ҡаланан 10.30, 14.45, 18.15 сәғәттә ҡуҙғала, Атйетәрҙән - 5.40, 12.00, 16.15 сәғәттә), шулай уҡ "Максим Горький—Өфө (Көньяҡ автовокзалы)" маршруты ла асылған (6.00, 8.00, 11.00, 12.50, 16.40, 17.55 сәғ.).
Республикала пассажирҙар маршруттарын ойоштороу һәм графигын берҙәм интернет-портал ярҙамында күҙәтергә мөмкин: https://transportrb.ru.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.