

Был осорҙа республикала йәшәүселәр әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтеп, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны буйынса: 8 (847) 279-32-92 наркотиктар ҡулланыу, һаҡлау һәм һатыу осраҡтары хаҡында, притондар тураһында хәбәр итә ала. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының рәсми сайтындағы (www.02.мвд.рф) "Наркотиктарға юҡ" тигән ҡушымтала ла яҙырға була, шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының республика ҡалалары һәм райондары буйынса подразделениеларҙың дежур часына шылтыратырға мөмкин. Үлем менән сауҙа итеүселәр тураһындағы хәбәрҙәрҙең береһе лә иғтибарҙан ситтә тороп ҡалмаясаҡ.
Акция барышында республика халҡы наркотиктарға ҡағылышлы һорауҙар буйынса консультация алыу хоҡуғына эйә. Махсус бүленгән (бушлай) телефон линияларында белгестәр дежур итәсәк.
1-се һанлы Республика наркологик диспансеры 8 (347) 237-51-61 - көн һайын эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем;
БР Хәрби комиссариаты 8 (347) 272-69-75 - көн һайын эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 5-кә тиклем;
Республикала наркотиктар ҡулланыусы бәлиғ булмағандарҙы психологик-педагогик реабилитациялау һәм коррекциялау үҙәге 8 (3476) 52-76-06 - көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем;
БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының "ышаныс телефоны" 8-800-7000-183 - тәүлек әйләнәһенә;
Өфө епархияһының наркоманияға ҡаршы көрәш буйынса бүлеге 8-937-15-67-170 - көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем;
Өфө "Индиго" психологик-социаль оҙатыу үҙәге 8(347) 223-22-11 - тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.