Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 06:52

Башҡортостан мәҙәниәте тураһында квиз-уйын

Дуҫтар! Уйынға саҡырабыҙ!Иртәгә, 14 мартта киске сәғәт 7-лә БР Милли музейында мәҙәниәтебеҙҙе белеү кимәлен тикшереп ҡарай алаһығыҙ!

Башҡортостан мәҙәниәте тураһында квиз-уйынБашҡортостан мәҙәниәте тураһында квиз-уйын
Башҡортостан мәҙәниәте тураһында квиз-уйын

 

Уйында 7-10 кешенән торған командалар ҡатнаша ала. Беҙҙең тарафтан күңелле уйын һәм шәп тьәҫораттар вәғәҙә итәбеҙ! Уйынды билдәле алып барыусы Венер Фәйзуллин алып бара.

Теркәлеү өсөн һылтанма: https://forms.gle/c4nmpmZknKq9A3TA9

Сараны  Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың "Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте" ойошторасаҡ.
Квиз-уйын БР Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Килегеҙ! Көтөп ҡалабыҙ!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас