Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 09:46

Барыһы ла - балалар мәнфәғәтенә

Республика парламентында балалар коллективтарында эҙәрлекләүҙе, үсекләүҙе иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса эш төркөмө булдырылды.

Барыһы ла - балалар мәнфәғәтенәБарыһы ла - балалар мәнфәғәтенә
Барыһы ла - балалар мәнфәғәтенә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев балалар коллективтарында эҙәрлекләүҙе, үсекләүҙе (буллинг) иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса эш төркөмө булдырыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Төркөмдө парламент Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина етәкләй.

Эш төркөмөнә шулай уҡ Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Республика ата-әсәләр советы, «Ғаилә» республика ресурс үҙәге, психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам күрһәтеү үҙәктәре вәкилдәре, мәктәп директорҙары, ғилми йәмәғәтселек, судьялар берләшмәләре вәкилдәре инде, тип хәбәр итәләр парламенттың матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас