Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 09:00

Әбүбәкирҙар МХО-лағы яугирҙәргә үтә кәрәкле әйбер тапшырған!

Хәйбулла районының Әбүбәкир ауылы халҡы Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ ир-егеттәренә хаҡы 120 мең һум булған тепловизор тапшырған. Был прибор менән яугирҙәр дошманды инфраҡыҙыл спектрҙа ышыҡтан "күрә", диверсанттарға ҡаршы көрәшә аласаҡ.

Әбүбәкирҙар МХО-лағы яугирҙәргә үтә кәрәкле әйбер тапшырған!Әбүбәкирҙар МХО-лағы яугирҙәргә үтә кәрәкле әйбер тапшырған!
Әбүбәкирҙар МХО-лағы яугирҙәргә үтә кәрәкле әйбер тапшырған!

Файҙалы бүләккә аҡсаны ауыл халҡы хәйриә акцияһында - театраллаштырылған тамашала йыйған. Ижади сарала алкоголгә ҡаршы теманы күрһәткәндәр. Бынан тыш, үҙ иғәнәһен ситтә йәшәгән әбүбәкерҙәр ҙә индергән. 

Әйткәндәй, ауыл халҡы МХО-ла ҡатнашҡан ир-егеттәргә даими рәүештә ярҙам әҙерләп оҙата. Яңыраҡ ҡына улар ҡорот, йорт һалмаһы, балаклава кәпәстәре ебәргән. Ә тепловизор арйон хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа тапшырылған. Аппарат тиҙҙән сираттағы гуманитар йөктә фронтҡа оҙатыласаҡ. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас