Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Марта 2023, 16:01

Йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы арҡылы 1,2 миллион кеше йәшәү шарттарын яҡшыртты

Башҡортостан Республикаһында 2014 йылдан алып күп фатирлы йорттарҙың дөйөм милкен капиталь ремонтлау төбәк программаһын тормошҡа ашырыу барышында 1,27 миллион кеше йәшәгән 8 311 бина яңыртылған. 

Йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы арҡылы 1,2 миллион кеше йәшәү шарттарын яҡшырттыЙорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы арҡылы 1,2 миллион кеше йәшәү шарттарын яҡшыртты
Йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы арҡылы 1,2 миллион кеше йәшәү шарттарын яҡшыртты

Подряд ойошмалары тарафынан бөтәһе 11 776 эш төрө башҡарылған. 3 975 йорттоң - ҡыйығы, 942 бинаның - фасады, 8 объекттың нигеҙе, подвалы ремонтланған. Шулай уҡ ошо осорҙа 1 226 йортта 3 371 лифт алмаштырылған.

Инженер коммуникацияларын яңыртыуға һәм алмаштырыуға ҙур иғтибар бирелгән. Мәҫәлән, 1 783 йортта - һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү системалары, 224 йортта - йылылыҡ менән тәьмин итеү системалары, 890 йортта - электр менән тәьмин итеү һәм 55 йортта газ менән тәьмин итеү системалары ремонтланған. Бынан тыш, 57 бинала йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын автоматик көйләү үҙәктәре һәм дөйөм иҫәпләү приборҙары урынлаштырылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас