Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Марта 2023, 11:00

Йоҡоһоҙлоҡ яфалағанда

Белгестәр әйтеүенсә,  йылы һөт, бал менән ромашка төнәтмәһе, банан, һоло бутҡаһы, энәлек төнәтмәһе йоҡоһоҙлоҡтан  ярҙам итә.

Йоҡоһоҙлоҡ яфалағандаЙоҡоһоҙлоҡ яфалағанда
Йоҡоһоҙлоҡ яфалағанда

 

  1. Йылы һөт эсергә кәңәш ителә. Ул тынысландырыу үҙенсәлегенә эйә, составындағы файҙалы аминокислоталар (триптофан менән кальций)  организмға тәбиғи тынысландырыу сараһы булараҡ йоғонто яһай.
  2. Һоло бутҡаһы туҡлыҡ һәм йылылыҡ тойғоһо бирә, күҙәнәклеккә һәм йоҡо гормоны – мелатонинға бай.
  3. Бананда сератонин бар, ул да тиҙерәк йоҡлап китергә булышлыҡ итә. Әммә йоҡлар алдынан уны күп ашарға ярамай, сөнки калорияһы күп.
  4. Бал менән ромашка төнәтмәһе тынысһыҙланыуҙан һәм стресстарҙан арындыра. Бер стакан төнәтмә эсеү ҙә һиҙелерлек һөҙөмтә бирә.
  5. Белгестәр бер нисә миндаль сәтләүеге ашарға кәңәш итә. Триптофан менән магнийға бай был сәтләүек  тынысландырып, тиҙерәк йоҡоға киетргә булышлыҡ итә.
  6. Бойҙай ононан бешерелгән икмәк организмға инсулин бүлеп сығарыуға килтерә, ул иһә триптофанды серотонинға әүерелергә булышлыҡ итә.
  7. Табиптар невроздан һәм йөрәк ауырыуҙарынан йыш ҡына энәлек төнәтмәһе тәҡдим итә.  Уның да йоҡоһоҙлоҡтан һәм стресстан  файҙаһы бар.
  8. Көндөү артыҡ ныҡ ҡуҙғыуҙан төндә йоҡлап китеүе ҡыйын булһа, көнөнә өс-дүрт тапҡыр сельдерей төнәтмәһе эсергә мөмкин. Иң һуңғыһын йоҡлар алдынан эсергә кәрәк.
  9. Йоҡлар алдынан ҡомалаҡ тубырсығын һыуҙа бешереп,   һыуын эсергә мөмкин.
  10. Ҡабаҡ һуты һимереүҙән, гипертониянан, төрлө шешенеүҙән афйҙалы, шулай уҡ ныҡ һәм сәләмәт йоҡоға ла булышлыҡ итә. Йоҡлар алдынан бер стакан һут эскәндә, кәүҙә ауырлығын да нормала тотоп, йоҡо туйғансы йоҡларға мөмкин.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас