Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Марта 2023, 06:00

Янғындар...

Бөгөн төндә Иглин районы Ауструм ауылында шәхси пилорамала янғын сыҡҡан. Ике ҡатлы цех эсендә ҡоторған уттың күрше биналарға күсеүен тотҡарлар өсөн объектта булған техника ярҙамында бысҡы вағы һәм башҡа тиҙ яна торған материалдарҙы ситкә алып өлгөргәндәр. Янғын һүндереү подразделениеларының берҙәм көсө менән 180 кв. метр майҙанда ут һүндерелгән.

Янғындар...Янғындар...
Янғындар...

Зыян күреүселәр юҡ. Утты һүндереүгә 25 кеше һәм 8 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғын сәбәптәре асыҡлана, урында Баш идаралыҡтың оператив төркөмө, һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй.

Уҙған тәүлектә 10 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың етәүһе шәхси секторҙа булған. Шул иҫәптән, Әлшәй, Әбйәлил райондарында, Өфөлә - йорт мөлкәте, Көйөргәҙе районында - мәсет, Йәрмәкәй районында мунса янған.

Фото: МЧС РБ.

Янғындар...
Янғындар...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас