Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Марта 2023, 13:38

Йәш инспектор флагы Рәсәйҙең бөтә төбәктәрен ураясаҡ

Йәш инспекторҙар хәрәкәтенең 50 йыллығы уңайынан Бөтә Рәсәй онлайн-марафон башланды.

Йәш инспектор флагы Рәсәйҙең бөтә төбәктәрен ураясаҡЙәш инспектор флагы Рәсәйҙең бөтә төбәктәрен ураясаҡ
Йәш инспектор флагы Рәсәйҙең бөтә төбәктәрен ураясаҡ

Отрядтар башҡа төбәктәрҙәге инспекторҙар өсөн видеоҡотлау менән сығыш яһаясаҡ, эстафетаны бер-беренә тапшырасаҡ.

Видеороликтың төп атрибуты - йәш инспекторҙар флагы.

Марафонды ойоштороусылар: Рәсәйҙең Дәүләт автоинспекцияһы, Мәғариф министрлығы һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса "Юл хәрәкәте йәш инспекторҙары" дөйөм Рәсәй йәмәғәт балалар-үҫмерҙәр ойошмаһы.

Башҡортостан Республикаһының йәш инспекторҙар отрядына эстафетаны Адыгея Республикаһы тапшырҙы. Беҙҙекеләр үҙ сиратында эстафетаны Бүрәт Республикаһына тапшыра.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас