Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Марта 2023, 17:25

Республикабыҙҙан мобилизацияланғандарға фермер быҡтырылған ит оҙата башлаған

Башҡортостанда йәшәүсе 27 йәшлек фермер мобилизацияланғандарға ярҙам итеү өсөн тушенка етештереү буйынса мини-завод асҡан.

Республикабыҙҙан мобилизацияланғандарға фермер быҡтырылған ит оҙата башлағанРеспубликабыҙҙан мобилизацияланғандарға фермер быҡтырылған ит оҙата башлаған
Республикабыҙҙан мобилизацияланғандарға фермер быҡтырылған ит оҙата башлаған

Республикала уны «ҡымыҙ бароны» тип йөрөтәләр.

 

Айтуған Фәттәховтың фермаһы Әбйәлил районында урынлашҡан. Ул илдә иң ҙур ҡымыҙ менән тәьмин итеүселәрҙең береһе булып тора.

 

Махсус хәрби операцияла уның туғандары ла ҡатнаша.  Фермер хәрбиҙәргә ит кенә түгел, боланут сәйе, ҡаҙы ла  ебәргән. Тәүге партия өй шарттарында эшләнә - 60-ҡа яҡын банка.

 

Банкаларға  «Барон фермаһынан» тигән яҙыу ҙа йәбештерелә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас