

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһе аша хәбәр итте. Башҡортостан делегацияһы әлеге ваҡытта Иранда, бында осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр планлаштырылған, тип яҙҙы республика етәксеһе. Делегация составына тармаҡ министрлыҡтары етәкселәре һәм иҡтисадтың төрлө өлкәләренән компанияларҙың вәкилдәре ингән.
"Беҙ был ил менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Беҙҙең илдәрҙең иҡтисадының структураһы күп осраҡта оҡшаш һәм беҙ бер-беребеҙҙе тулыландыра аласағыбыҙҙы яҡшы аңлайбыҙ. Был айырыуса әлеге ваҡытта, дәүләттәребеҙгә санкция баҫымы шарттарында, мөһим. Иран - боронғо мәҙәниәтле һоҡланғыс ил. Беҙҙең бурыс, шул иҫәптән, был сәфәрҙә Башҡортостан халҡы өсөн Иранды асырға маташыу. Башҡа мөһим мәсьәләләр араһында Өфө-Тегеран тура рейсын асыу мәсьәләһе бик мөһим. Беҙҙең аэропорт иң яҡшы шарттар тәҡдим итергә әҙер, беҙ быны тикшерергә планлаштырабыҙ", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Делегация вәкилдәре Иранда сәнәғәт һәм мәҙәни-тарихи объекттарға барасаҡ, Башҡортостандың инвестиция ҡеүәте менән таныштырасаҡ, шулай уҡ B2B форматында берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн перспективалы йүнәлештәрҙе тикшерәсәк.
- Рәсәй һәм Иран араһында ныҡлы эшлекле мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килде. Беҙ Рәсәйҙең бик күп төбәктәре менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Һеҙҙең визитығыҙ аша беҙ Башҡортостан тураһында күберәк белә алабыҙ, - тине Иран сәнәғәт, рудниктар һәм сауҙа министры урынбаҫары Мохаммад Мусави.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/163080.html