

Комплекс биш бинанан: Ниаваран һарайы, Әхмәт-шаһ павильоны, Сәхибкиран һарайы, Джахан Нама музейы һәм китапхананан ғибәрәт.
Радий Хәбиров тамашасылар өсөн уникаль комплексты шул килеш һаҡлап ҡалған Тегеран ҡала властарының ыңғай тәжрибәһен билдәләне. "Был ил - туристар өсөн ожмах. Беҙ был йүнәлеште әүҙем үҫтерербеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Башҡортостан халҡының сәйәхәт итергә, төрлө илдәргә, шул иҫәптән Иранға йөрөргә, иҫтәлекле урындар менән танышырға мөмкинлеге булһын ине. Әлбиттә, быға уңайлы шарттарҙа туранан-тура осоу форсаты булышлыҡ итәсәк. Беҙ, дуҫтарса илдәр менән халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтергәндә, шул иҫәптән ошо мәсьәләне хәл итеү менән дә шөғөлләнәбеҙ".
Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/163124.html
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.