

"Ошо көндәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар мәктәпкә йыйылып туҡмас ҡырҡты. Красноусол башҡорт гимназияһында уҡып йөрөгән 5-се, 6-сы класс уҡыусылары окоп шәмдәре эшләне. Шулай уҡ мобилизацияланған ауылдашыбыҙға ярҙам маҡсатында 25 мең һумға яҡын аҡса йыйылып адреслы посылка ебәрелде (Аллаға шөкөр, ул хужаһына барып етте).
Хәрби бурыстарын үтәгән һәр кемдең имен булыуын, тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ", - тиелә ауылдың ВК төркөмөндә.