Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Марта 2023, 07:30

Магазин тауығынан “химия”ны нисек бөтөрөргә?

Һатыуҙағы тауыҡ итендә антибиотиктар ҙа, төрлө зарарлы матдә лә бар, тиҙәр. Унан нисек ҡотолорға? Белгестәр өс кәңәш бирә.

Магазин тауығынан “химия”ны нисек бөтөрөргә?Магазин тауығынан “химия”ны нисек бөтөрөргә?
Магазин тауығынан “химия”ны нисек бөтөрөргә?

Беренсенән, ит ҡайнап сыҡҡас (әкрен ҡайнаһын), һурпаны түгергә. Итте бер аҙ һыуытып, таҙа һыу һалып, тағы ҡайнатырға. Был юлы инде һурпаһы бигүк тәмле лә булмаҫ, уның ҡарауы – зарарһыҙ.

Икенсенән, тиреһен һыҙырып алырға. Сөнки ҡош ите тиреһенә май ғына түгел, ә токсиндар ҙа йыйыла. Антибиотиктар бөйөрҙә, бауырҙа ла булыуы ихтимал.

Өсөнсөнән, итте яҡынса өс сәғәт ошондай һыуҙа тоторға кәрәк: бер литр һыуға бер ҡалаҡ тоҙ һәм ¼ лимондың һутын һығып һалырға. Рассол токсиндарҙы һура. Әйткәндәй, газлы минераль һыу йә уксус та – яҡшы рассол. Һуңынан яҡшылап йыуып бешерергә.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас