

"Был документты ике аҙна эсендә әҙерләргә ҡуштым. Ул ҙур буласаҡ, сөнки күп кенә өлкәләргә ҡағыла, - тине осрашыуҙан һуң Башҡортостан Башлығы. - Иран өсөн нефть таҙартыу системаһы агрегаттары ҡулайламалары, нефть промыслаһы ҡорамалдары өлкәһендә беҙҙең технологиялар бик ҡыҙыҡлы. Шулай уҡ улар фармацевтика, төҙөлөш бизнесы, ҙур юл объекттары инфраструктураһын ғәмәлгә ашырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тәҡдим итте".