

- Осрашыуҙа туризм мәсьәләләре бик ентекле тикшерелде. Өфө менән Тегеран араһында тура рейс булмаһа, шәхси сәфәрҙәрҙе һәм эшлекле әүҙемлекте үҫтереү ауыр булырын яҡшы аңлайым. Беҙ әле партнер эҙләйбеҙ. Федераль һауа транспорты агентлығының Тегеранға осоштар рөхсәт ителгәндәр исемлегенә Өфө аэропортының инеүе бик мөһим.
2023 йылдың майында үтәсәк "Газ. Нефть. Технологиялар" күргәҙмәһендә Иран делегацияһының ҡатнашыуы хаҡында килештек. Осрашыу йомғаҡтары буйынса, Иран яғы беҙҙең менән осрашыуға, визитыбыҙға шат, тигән ышаныста ҡалам. Улар Башҡортостанды яҡшы белә, иҡтисадыбыҙҙы, сәнәғәтебеҙҙең юғары технологик кимәлен яҡшы белә.
Бөгөнгө башланғыстарҙы эш төркөмө форматында ҡараясаҡбыҙ, уны ойоштороу хаҡында Иран яғы менән һөйләшеп килештек. Ирандан яуаплы кешене билдәләүҙәрен һораным, беҙҙән эш төркөмөн Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов етәкләйәсәк. Берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу, хеҙмәттәшлек өсөн был бик һөҙөмтәле инструмент.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.