Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Марта 2023, 12:30

Иптәшенә сәнскән ирҙе ҡулға алғандар

Ишембай ҡалаһының Чкалов урамында йәшәгән 39 йәшлек иргә алдан хөкөм ителгән 30 йәшлек иптәше ҡунаҡҡа килгән. Күрешеүҙе спиртлы эсемлектәр менән "йыуғандар". Ҡайҙа эскелек - шунда, ғәҙәттә, енәйәт. Был юлы ла ирҙәр араһында ғауға ҡубып, икәү-ара һуғышып киткәндәр. Фатир эсенә генә һыймай, подъезға уҡ сығып, бер-береһен дөмбәҫләгәндәр. Һәм үтә ярһыған 30 йәшлек ир фатир хужаһына бысаҡ менән сәнскән.  

Иптәшенә сәнскән ирҙе ҡулға алғандарИптәшенә сәнскән ирҙе ҡулға алғандар
Иптәшенә сәнскән ирҙе ҡулға алғандар

Подъездағы шау-шыуҙы ишеткән, стеналарҙағы ҡанға оҡшаған таптарҙы күргән күршеләре полицияны саҡырған. Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм ебәрелгән, ул ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн бөтә тейешле сараларҙы уҙғарған.

39 йәшлек ир - үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлегендә.

Ҡулға алынған ир үҙ ғәйебен таныған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Иптәшенә сәнскән ирҙе ҡулға алғандар
Иптәшенә сәнскән ирҙе ҡулға алғандар
Иптәшенә сәнскән ирҙе ҡулға алғандар
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас