

Әлеге ваҡытта Әй урамы Салауат Юлаев проспекты аша үтеп, Баҡалы урамына күсә. Уның яңы участкаһын "Ирәмәл" һәм "Мәскәү" торлаҡ комплекстары араһында һалырға планлаштырыла. Ул Менделеев урамы менән 19-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе эргәһендә ҡушыласаҡ.
Өфөнөң көньяҡ өлөшөндәге транспорт бәйләнешен яҡшыртыу өсөн Эшсе хәбәрселәр урамының 752 метр оҙонлоҡтағы бер участкаһында (Бейек урамынан алып Степан Кувыкин урамына тиклем) реконструкциялау эштәре алып барыла. Шулай уҡ 700 метр оҙонлоҡта - дүрт һыҙатлы Бейек урамы, 427 метр оҙонлоҡта Академик Ураҡсин урамы һалына.
Фото: Башинформ.