Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Марта 2023, 17:00

Быйыл йәй Өфөнән Яңы Уренгойға өҫтәмә авиарейстар асыла

"Беҙ Рәсәй ҡалалары араһында авиабәйләнеште үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Быйыл йәй Яңы Уренгойға өҫтәмә авиарейстар асабыҙ. 6 июндән "Red Wings" авиакомпанияһы шул йүнәлештә йөрөй башлаясаҡ, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. - Авиарейс аҙна һайын, шишәмбе көндәрендә башҡарыласаҡ. Өфөнән пассажирҙар Яңы Уренгойға тиклем заманса SSJ-100 самолетында барасаҡ".

Быйыл йәй Өфөнән Яңы Уренгойға өҫтәмә авиарейстар асылаБыйыл йәй Өфөнән Яңы Уренгойға өҫтәмә авиарейстар асыла
Быйыл йәй Өфөнән Яңы Уренгойға өҫтәмә авиарейстар асыла

- Яңы маршруттарҙы асыу буйынса эш дауам итә, - тип белдерҙе республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. - Беҙҙең өсөн һәр яңы рейс бик мөһим, сөнки беҙ уны республикабыҙ халҡының ихтыяжынан сығып тормошҡа ашырабыҙ. Пландарҙа - Ҡытайға (Урумчи), Израилгә  (Тель-Авив) һәм башҡа йүнәлештәрҙә авиарейстар булдырыу.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас