Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Марта 2023, 18:30

Баймаҡтар сираттағы батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев: - Беҙ яҡташыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙе, һөйөклө ул һәм атайҙы – Дамир Вәкил улы Яманғоловты һуңғы юлға оҙаттыҡ.

Баймаҡтар сираттағы батыр улы менән мәңгелеккә хушлаштыБаймаҡтар сираттағы батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты
Баймаҡтар сираттағы батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты

Ул ата-әсәһенә, туғандарына терәк-таяныс, дуҫтары, ауылдаштары өсөн ышаныслы иптәш булды.

1998 йылда ул Рәсәйҙең Ҡораллы көстәренә алына, Чечен республикаһындағы хәрби бәрелештә ҡатнаша. Махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса саҡырыла. Ябай хеҙмәтсән булып йәшәгән Дамир Вәкил улы, хәтеребеҙҙә илдең азатлығы өсөн көрәшкән һалдат булып ҡаласаҡ.

Хуш бул, тыныс йоҡла, ҡәҙерле Дамир Вәкил улы! Беҙ һине онотмаҫбыҙ! Ауыр тупрағың еңел булһын.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас