

Егеттең водитель таныҡлығы юҡ. Етмәһә, ул иҫерек килеш транспорт менән идара иткән: тикшереү уның организмында тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 0,306 мг алкоголь булыуын күрһәткән.
Йәш водителдең ошоға тиклем таныҡлығы булмаған көйөнсә автомобиль менән идара иткәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылғаны билдәле. Әле административ тикшереү эше ҡуҙғатылған. Бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.
Фото: БР ЮХХДИ.