

Мирхәтте Владивосток ҡалаһында ерләгәндәр. Башҡорт егете 2018 йылдан алып шул ҡалала хеҙмәт иткән булған.
Ярҙамсыл, ихлас күңелле, ҡыйыу Мирхәт бала сағынан һәр кем менән тиҙ генә уртаҡ тел тапҡан, мәктәптән һуң армияға барып, контракт төҙөргә ниәтләгән.
Ул тере сағында "Тау Карабахында тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн" миҙалы, "IV дәрәжәләге Георгий тәреһе" билдәһе менән наградланған.
Яҡындарының әйтеүенсә, Мирхәт бәләкәй сағынан көсһөҙҙәрҙе яҡлаған, ғәҙелһеҙлеккә түҙә алмаған, намыҫсан, шаян, шуҡ, аҡыллы, һөйөклө бала булып үҫкән. Уның иптәштәре күп булған. Спорт менән шөғөлләнгән, ярыштарҙа ҡатнашҡан. Эсмәгән, тартмаған, маҡтаныуҙың ни икәнен белмәгән, һәр ваҡыт үҙ һүҙендә торған.
- Ул - Герой, беҙҙе яҡлап Тыуған иле өсөн һәләк булды, - тип әрнеп һөйләй өләсәһе. - Гел дә мине, ҡайтам, мотлаҡ ҡайтам, тип тынысландырҙы. Һәм... ҡайтманы...
Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Мирхәт Сөнәғәтов үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланған.
Яугирға мәңгелек дан!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.