Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Марта 2023, 13:09

Башҡортостан нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү өлкәһендә Иран менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй

12 мартта Тегеранда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иран нефть министры урынбаҫары, Милли Иран нефть компанияһының идарасы директоры Мохсен Ходжасте-Мехр менән осрашты. Көн тәртибендә - нефть-газ тармағында хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу.

Башҡортостан нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү өлкәһендә Иран менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләйБашҡортостан нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү өлкәһендә Иран менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй
Башҡортостан нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү өлкәһендә Иран менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй

Иран нефть министры урынбаҫары нефть сығарыу һәм эшкәртеү өлкәһендәге Башҡортостандың ҙур ҡеүәтен билдәләне.

- Иран - газ запасы буйынса донъяла Рәсәйҙән һуң - икенсе, нефть запасы буйынса өсөнсө урынды биләй. Беҙ Башҡортостан менән был өлкәлә проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эшләргә әҙербеҙ, - тине Мохсен Ходжасте-Мехр. - Мин Петербург халыҡ-ара газ форумы майҙансығында Башҡортостан стендын ҡараным, һеҙҙең мөмкинлектәрегеҙ менән таныштым. Улар бик ҙур.

Башҡортостан Башлығы үҙ сиратында үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу өсөн бер нисә тәҡдимде билдәләне.

- Башҡортостан - нефть сығарыусы һәм нефть эшкәртеүсе төбәк. Тәүге нефть ятҡылығы 1932 йылда эшкәртелә башланы. Ошо ваҡыт эсендә нефть промыслаһы һәм геофизика ҡорамалдары етештереү өлкәһендә компетенцияларҙы үҫтерҙек. Башҡортостан предприятиелары улар менән ҙур Рәсәй компанияларын тәьмин итә, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Беҙ ошо йәһәттән тәжрибә уртаҡлашырға әҙербеҙ. Беҙҙең делегация составында Иранға яҡшы компетенцияларға эйә тармаҡ компаниялары етәкселәре килде.

Радий Хәбиров нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү өлкәһендә фәнни-мәғариф хеҙмәттәшлекте лә үҫтерергә тәҡдим итте.

- Беҙҙең Өфөлә Рәсәйҙең алдынғы профилле юғары уҡыу йорттарының береһе - Өфө дәүләт нефть техник университеты эшләй. Шуға күрә һеҙҙең тармаҡ вуздары менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ, - тип өҫтәне Радий Хәбиров. - Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәге ойошторолдо. Ғилми-мәғариф үҙәгенең эше сиктәрендә  беҙҙең ғилми даирә вәкилдәренең даими үҙ-ара килешеп эш итеүен ойоштороу бик файҙалы булыр ине.

Башҡортостан Башлығы нефть министры урынбаҫарын һәм Иран сәнәғәте вәкилдәрен "Газ. Нефть. "Технологиялар" күргәҙмәһенә саҡырҙы, ул 2023 йылдың майында үтәсәк. Ирандағы шундай уҡ күргәҙмәгә Башҡортостан делегацияһын республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев етәкләйәсәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас