Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Марта 2023, 08:30

Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан өсөн үтә ҡиммәт хаҡ...

Бер кем дә бәләнең килерен көтөп, ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алып тормай. Ҡайғы уйламағанда-көтмәгәндә ишек ҡаға. Уҙған тәүлектә лә республика юлдарында туғыҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, ҡапыл өс кешенең ғүмере өҙөлгән, ә ун ике кеше йәрәхәтләнгән. Һәләк булғандарҙың береһе - бала...

Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан өсөн үтә ҡиммәт хаҡ...Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан өсөн үтә ҡиммәт хаҡ...
Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан өсөн үтә ҡиммәт хаҡ...

Иртән Учалы районы Иманғол ауылы янында, Учалы-Баҙарғол юлының дүртенсе саҡрымында, 43 йәшлек ҡатын идара иткән "Форд Фокус" менән Белореттан 64 йәшлек ир идара иткән "ГАЗ Соболь" машиналары бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә сит ил машинаһы водителе алған йәрәхәттәрҙән вафат булған. 

Дүртөйлө районында ла үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. М-7 "Волга" автомобиль юлының 1239-сы саҡрымында "Опель Астра" менән "Газель" йөк машинаһы бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе, 41 йәшлек ир, ваҡиға урынында йән биргән. Уның 15 йәшлек улы аңына килмәйенсә дауаханала вафат булған. Шулай уҡ автомобилдә водителдең 46 йәшлек ҡатыны ла булған, ул бик ауыр йәрәхәтләнгән.

Әлеге осраҡтар буйынса тикшереүҙәр бара.

Һәр водитель ҡаршы юл һыҙатына сығыуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүен алдан күҙалларға тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, уйламай эшләнгән ғәмәл өсөн үтә артыҡ хаҡ түләргә тура килә, ә ҡайһы берҙә ғүмер менән дә. Йыш ҡына юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоусылар ғына түгел, эргәләге кешеләр ҙә зыян күрә. Шуны онотмағыҙ, зинһар! Имен-аман юлдарҙа йөрөгөҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

 

 

Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан өсөн үтә ҡиммәт хаҡ...
Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан өсөн үтә ҡиммәт хаҡ...
Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан өсөн үтә ҡиммәт хаҡ...
Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан өсөн үтә ҡиммәт хаҡ...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас