Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2023, 16:25

Янут-эте ауылға килгән

Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында янут-этен күргәндәр.

Янут-эте ауылға килгәнЯнут-эте ауылға килгән
Янут-эте ауылға килгән

Ул «Шүлгәнташ» тәбиғәт ҡурсаулығының дәүләт инспекторы Әнисә Дилмөхәмәтованың ихатаһында йөнөгән. Хужа уны тауыҡтарға ташланырға маташҡанда күреп ҡалған.

 

Район халҡы элек тә был януар менән осрашҡан, ҡайһы берҙә уның эҙҙәрен күргән. Ҡурсаулыҡ директоры әйтеүенсә, көндәр йылыта башлағас янут-эттәре лә әүҙемләшә. Күп осраҡта ауылға улар туҡланыу эҙләп килә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас