

М-7 федераль автомобиль юлының 1239-сы саҡрымында ҡара-ҡаршы килгән"Опель Астра" менән "Газель" йөк машинаһы бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе, 41 йәшлек ир, үлемесле йәрәхәттәрҙән йән биргән... Уның 15 йәшлек улы дауаханаға оҙатылған. Әле ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР ЮХХДИ.