

Тауыҡҡа йомортҡа һалыу өсөн әтәстең булыуы мөһим түгел. Әммә ул булмаһа, тауыҡ һалған йомортҡаларҙан себеш сыҡмаясаҡ. Әтәс булмаһа, йорт ҡоштары араһында ла тәртип булмай.
Әтәстең беҙ аңламаған күп серҙәре бар икән.
Һәр иртәне бөтөн тауыҡтар ҙа уяндымы икән, тип тикшереп сыға.
Берәй аҙыҡ тапһа, тигеҙ итеп бүлеү өсөн барыһын да янына саҡыра.
Тауыҡтар араһында конфликт килеп сыҡһа, уларҙы айыра.
Йомортҡа һалыу өсөн ояларына саҡыра.Ҡурҡыныс янауын хәбәр итә.
Асыуына тейһәләр, үҙенән ҙурыраҡ йән эйәләренә ҡаршы һуғышырға мөмкин.
Фото: ptichka.net