Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2023, 18:40

Әллә ҡар ирей, әллә асфальт...

Көндөҙгө һәм төнгө һауа температураһының ҡырҡа үҙгәреп тороуы сәбәпле, юлдарҙа соҡор-саҡырҙар барлыҡҡа килә. Уҙған тәүлектә генә Өфөлә юлдарҙағы тишек-тошоҡ арҡаһында 20 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, транспорт саралары зыян күргән.

Әллә ҡар ирей, әллә асфальт...Әллә ҡар ирей, әллә асфальт...
Әллә ҡар ирей, әллә асфальт...

Өфөнөң юл күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре урам-юл селтәрен тикшереү буйынса сираттағы рейд үткәрҙе. Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһындағы тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр яуаплы ойошмаларға ебәрелгән. Етешһеҙлектәр буйынса саралар күрелмәһә, мәғлүмәт прокуратураға йүнәлтеләсәк.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас