Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2023, 10:30

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Стәрлетамаҡта "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023" конкурсы финалы үтте, унда республиканың иң лайыҡлы ғаиләләре билдәләнде.

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Проект әхлаҡи-эстетик мәҙәниәт нигеҙҙәрен булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Быйыл конкурсҡа 100-ҙән ашыу ғаилә ғариза биргән. Конкурстың беренсе этабына Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Ямал-Ненец, Ханты-Манси округтарынан һәм Татарстан Республикаһынан ҡатнашыусылар үҙҙәренең видеовизиткаларын ебәргән. Финалға 14 ғаилә үтеп, 13-ө килә алған. Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһынан ғаилә сәләмләү менән видеоролик төшөргән.

Сибай ҡалаһынан Ғәйетбаевтар ғаиләһе - "Һәләтле ғаилә" номинацияһында, Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһынан Кирәевтар ғаиләһе - "Рухлы ғаилә" номинацияһында, Башҡортостан Республикаһының Иглин районынан Нуриевтар ғаиләһе - "Күп балалы ғаилә" номинацияһында, Стәрлетамаҡтан Мансуровтар ғаиләһе "Мираҫлы ғаилә" номинацияһында билдәләнеп, махсус приздар һәм аҡсалата сертификаттар менән наградланған. Мансуровтар ғаиләһе башлығы Рәмил үҙҙәренең сертификатын СВО-ла ҡатнашыусыларға тапшырған.

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023" асыҡ конкурсында III урын бер юлы өс ғаиләгә бирелгән: Ғафури районынан Күскилдиндар ғаиләһе - "Ғаилә ҡиммәттәре" номинацияһында, Межгорье ҡалаһынан Хәйруллиндарҙың ғаиләһе - "Ғаилә кәсебе" номинацияһында, Сибайҙан Байғужиндар ғаиләһе "Ғаилә ижады" номинацияһында еңгән.

II урын да өс ғаиләгә бирелгән: Өфөнән Вәлиевтар ғаиләһе - "Ғаилә ижады" номинацияһында, Күгәрсен районынан Ишмөхәмәтовтар - "Ғаилә кәсебе" номинацияһында, Көйөргәҙе районынан Рахманғоловтар "Ғаилә ҡиммәттәре" номинацияһында еңеү яулаған.

Асҡын районынан Ғайсиндарҙың ғаиләһе "Ғаилә кәсебе" номинацияһында, Нефтекаманан Ғимаҙиевтар ғаиләһе "Ғаилә ижады" номинацияһында һәм Ғилемхановтар ғаиләһе "Ғаилә ҡиммәттәре" номинацияһында беренсе урынды яулаған.

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023" асыҡ конкурсының Гран-приһын Стәрлебаш районынан Тайғоновтар ғаиләһенә тапшырғандар.

Бөтә лауреаттар Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының ҡиммәтле бүләктәренә, аҡсалата сертификаттарына һәм дипломдарына лайыҡ булған.

- Беҙҙең ил ошондай ғаиләләребеҙ менән бай һәм көслө. Беҙҙә шундай иҫ киткес ғаиләләр булған саҡта, илебеҙҙе бер кем дә һындыра алмаясаҡ. Һеҙ - илебеҙҙең милли ҡаҙанышы! - тип билдәләне үҙ сығышында Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас