

Бөгөн, 11 мартта, Башҡортостанда бер аҙ ҡар, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнсығышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ 3-2 градус.
Йәкшәмбе, 12 мартта, төбәктә әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнсығыштан көньяҡҡа күсеүсән талғын, көндөҙ урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә -7,-12, урыны менән -17 градус. Көндөҙ термометр бағанаһы -2, 3 градус күрһәтәсәк.
Фото: Т. Аманов