Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2023, 14:30

Исмаһам, юлға сыҡмаһаларсы...

Эскән килеш машина йөрөткән кешеләр һаны кәмемәй. Уҙған тәүлектә генә 45 иҫерек водитель тотолған. Ә тотолмағандары күпме?! 

Исмаһам, юлға сыҡмаһаларсы...Исмаһам, юлға сыҡмаһаларсы...
Исмаһам, юлға сыҡмаһаларсы...

Аварияларҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән рейдтар барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған ике меңдән ашыу кешегә административ материал төҙөгән.

Туймазы районындағы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү дауам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: авария кисә кисен М5 "Урал" юлының 1306-сы саҡрымында теркәлгәйне. "ВАЗ-2107" машинаһы менән идара иткән 40 йәшлек ир оло юлға сыҡҡанда "Isuzu" йөк машинаһына юл бирмәү сәбәпле бәрелешеп, "ВАЗ"дың 64 йәшлек пассажиры ауыр йәрәхәттәрҙән йән биргән. Йәрәхәтләнгән водитель - дауаханала.

Фото: БР ЮХХДИ.

Исмаһам, юлға сыҡмаһаларсы...
Исмаһам, юлға сыҡмаһаларсы...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас