Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2023, 04:40

Ир боҙ аҫтына төшөп киткән этте ҡотҡарған

Эт һалҡын һыуҙа һәләк була яҙған. Социаль селтәрҙә хәбәр итеүҙәренсә, Рөстәм исемле ир Мәләүез йылғаһына бата яҙған этте ҡотҡарған.

Ир боҙ аҫтына төшөп киткән этте ҡотҡарғанИр боҙ аҫтына төшөп киткән этте ҡотҡарған
Ир боҙ аҫтына төшөп киткән этте ҡотҡарған

«Унда нисек төшөп киткән һуң? Муйынындағы бауынан тотоп тартып сығар. Рөстәм, ипләберәк, үҙең төшөп китмә», — ти ҡотҡарыу операцияһын видеоға төшөргән ханым.

 

Ир боҙ аҫтына китә яҙған эткә һыуҙан сығырға ярҙам иткән. Ә тегеһе, үҙенең ҡотҡарыусыһына әйләнеп ҡарай-ҡарай, юлын артабан дауам иткән.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас