Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2023, 17:40

Интим хеҙмәттәр тәҡдим итеп шылтыратманылармы әле һеҙгә?

Шылтыратыуҙары бик тә ихтимал. Мәҫәлән, Өфөнән 19 йәшлек егеткә шылтыратып, интим хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса ымһындырғыс тәҡдим яһағастары, ул баш тартып тормаған. Ылыҡтырғыс тауышлы ҡатын әңгәмә барышында егеттең башын хәтәр әйләндергәндер инде. Юҡҡамы ни арбалған, әллә нимәләргә өмөт иткән егеткәй билдәһеҙ иҫәпкә 290 мең һумдан ашыуыраҡ аҡса күсереп ташлаған. Уның хәленә ҡала күрмәгеҙ.

Интим хеҙмәттәр тәҡдим итеп шылтыратманылармы әле һеҙгә?Интим хеҙмәттәр тәҡдим итеп шылтыратманылармы әле һеҙгә?
Интим хеҙмәттәр тәҡдим итеп шылтыратманылармы әле һеҙгә?

Тәүлек эсендә мутлашыусылар 24 кешенең аҡсаһын урларға эшкингән. Был юлы интернет аша һатып алыу-һатыу буйынса алданыусылар күп булған. Шулай уҡ социаль селтәрҙә "таныштарына" ярҙам итер өсөн аҡса күсереп тә һемәйгәндәр байтаҡ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас