Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2023, 11:30

Хуш еҫле, ашаһаң, телеңде йоторлоҡ, әҙерләүе лә еңел

Хужабикәләр, ошо рецепт буйынса бәлеш бешереп ҡарағыҙ әле.

Хуш еҫле, ашаһаң, телеңде йоторлоҡ, әҙерләүе лә еңелХуш еҫле, ашаһаң, телеңде йоторлоҡ, әҙерләүе лә еңел
Хуш еҫле, ашаһаң, телеңде йоторлоҡ, әҙерләүе лә еңел

Эре ике кишерҙе ваҡ ҡырғыста ҡырырға (300 г тирәһе килеп сыға). Шунан бер әфлисун (бәләкәй булһын) йәки лимондың (уртаса ҙурлыҡта) ҡабығын ҡырырға. Йәғни, цедра кәрәк. Лимонды – ике, әфлисунды бер балғалаҡ алырға.

Артабан бер һауытҡа ике йомортҡа, тәменсә тоҙ, дүрт ҡалаҡ һоро шәкәр (булмаһа, ағы ла ярай) һалып, миксерҙа ағарғансы һәм ҡабарғансы болғатырға. Шунан ике ҡалаҡ үҫемлек майы ҡойорға. Тағы миксерҙа болғарға. Уға 130 г ваҡ һоло өлпәктәре (хлопья), ике балғалаҡ ҡабартҡыс ҡушырға. Артабан ҡалаҡлап еңелсә бутарға. Шул массаға кишерҙе, лимон ҡабығын ҡушырға. Яҡшылап болғарға.

Суфле өсөн 350 г эремсек, ике йомортҡа, өс ҡалаҡ шәкәр, 30 г (бер ҡалаҡ өймәләм) кукуруз крахмалы кәрәк. Уларҙы блендерҙа болғарға. Тигеҙ масса килеп сығырға тейеш.

Бешерә торған һауытты әҙерләп (таба йә форма), уға тағы яҡшылап бутап, кишерле массаның яртыһын һалырға. Артабан эремсекле массаны һәм өҫкә кишерҙең ҡалғанын һалырға.

180 градуста 45 – 50 минут бешерергә.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас