Финиктың файҙаһы нимәлә?
Был көньяҡ емешен ауыҙ итмәгән кеше һирәктер. Уның кеше организмы өсөн файҙаһы ла күп, тиҙәр. Атап әйткәндә...
- Ул йөрәкте, бауырҙы һәм бөйөрҙәрҙе нығыта.
- Организмдағы кислота балансын тота.
- Ҡанды туҡландыра, шунлыҡтан анемиянан һәм гипертониянан файҙалы.
- Иммунитетты күтәрә.
- Эсәктәрҙәге файҙалы микрофлораны һаҡларға булышлыҡ итә.
- Үпкәләрҙең эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.
- Йүтәлде йомшарта һәм ҡаҡырыҡты сығарырға булышлыҡ итә.
- Йөрәк эшмәкәрлеген көйләй.
- Оҙайлы ауырыуҙан һуң көс өҫтәй.
- Арыуҙан,талыуҙан файҙаһы бар.
- Шәкәр диабеты менән ауырығанда ла финик ашарға ярай.
- Яман шеш ауырыуҙары хәүефен кәметә.
- Бит нервыһы параличынан ярҙам итә.
- Ауырлы ваҡытта айырыуса файҙалы, бала табыуҙы еңелләштерә.
- Бер финикта уртаса 23 калория.
- Финик кәүҙә ауырлығын кәметергә теләүселәр өсөн шәкәрҙе алмаштыра.
- Мейе эшмәкәрлеген көйләй.
- Кеше оҙаҡ ваҡыт финик менән генә туҡланып, организмды кәрәкле туҡлыҡлы матдәләр менән байыта ала.