Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2023, 06:40

Өфө янындағы ике баҡсасылыҡ ширҡәтендә бик ҡурҡыныс хәл теркәлгән!

Һүҙ "Яңы Осоргин ҡасабаһы" һәм "Пласт" СНТ-лары тураһында бара. Уларға бара күрһәгеҙ - эт-бесәйҙәрҙе алып барып ҡуймағыҙ, кешенекен һыйпап, һүҙ ҡушып ҡуймағыҙ! Бик хәүефле!

Өфө янындағы ике баҡсасылыҡ ширҡәтендә бик ҡурҡыныс хәл теркәлгән!Өфө янындағы ике баҡсасылыҡ ширҡәтендә бик ҡурҡыныс хәл теркәлгән!
Өфө янындағы ике баҡсасылыҡ ширҡәтендә бик ҡурҡыныс хәл теркәлгән!

Был ике кеше йәшәгән тораҡта БР Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы хайуандар ҡотороуы сире буйынса карантин индерелде. Документ төбәктең хоҡуҡ мәғлүмәт интернет-порталына һалынған.

Карантин 1 марттан алып эпизоотик усаҡта һәм дача ҡасабалары сиктәрендә иғлан ителгән. Хәҙер бында сирле хайуандарҙы дауалау, үләкһәләренең тиреһен тунау, сит кешеләрҙең килеүе, эт-бесәйҙәрҙе сығарыу/индереү, күргәҙмәләрен ойоштороу тыйыла.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас