

Ир –егеттәр әүҙем был ауылда. Ниндәй генә сара, осрашыу булмаһын-улар һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында. Ауыл тормошоноң дилбегәһен үҙ ҡулына алып, уның ышаныслы бөгөнгөһөн һәм киләсәген тәъмин итә улар. Ололар тәрбиәһендә йәштәр ҙә күркәм тәрбиәләнә. Ауылға ингән ерҙә үк Урал аръяғының Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан килгән ҡунаҡтарын бер нисә быуын вәкил ир-егеттәрҙең ҡаршы алыуы быуындар күсәгилешлеге хаҡында һөйләй. Тарихына, үткәненә ихтирамлы урындағы халыҡ. Шуға күрә килгән ҡунаҡтарҙы улар ҡәҙерле булған тарихи урындарҙы күрһәтеүҙән башланы. Тулыһынса үҙ көсө менән эшләнгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәйкәлен күрһәтеп, мәктәп нигеҙендә Чечен республикаһында һәләк булған ауылдаштары - Шамил Балдыбаев таҡтаташына сәскә һалыу менән дауам итте осрашыу. Оло еңеү яулаған ата-бабабалары иҫтәлегенә арнап ултыртылған «Ветерандар Аллеяһы” ла әбүбәкерҙәр өсөн ҡәҙерле урын. Ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында иһә мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ауылдың сая ете ҡыҙы ете төрлө милли ризыҡ менән ҡаршы алып, донъя хужалары булған ауыл оҫталары үҙҙәренең күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Ер эшселәре лә, умартасылары ла, мурҙа үреүселәре лә, быймасылары ла, ағас оҫталары ла бар был ауылдың. Айырыуса Ғәлимйән Ултраҡовтың көмбәҙ эшләү ҡоролмаһы оҡшаны ҡунаҡтарға. Егәрле, тапҡыр, талантлы һәм эшсән ун ир азаматтары сәхнәгә күтәрелеп, үҙ йәшәйеше менән таныштырҙы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ниндәй генә өлкәлә эшләһә лә, ниндәй генә үрҙәр-ҡаҙаныштарға эйә булһа ла, ир-егеттәрҙең барыһы ла бер тауыштан лайыҡлы бөгөнгөһөнөң нигеҙе-тыуған ауылы тәрбиәһенән, тип белдерҙе. Сәхнәләге йылы аралашыу түңәрәк өҫтәл артында дауам итеп, һәр район вәкилдәре үҙ фекере менән уртаҡлашты. Артабан Хәйбулла районының һәр ауылында ирҙәр ҡоро булдырыу, ошо эшмәкәрлеккә яҙыҡ юлға баҫҡандарҙы ла йәлеп итеү кеүек ҡарарҙар ҡабул ителде. Осрашыу ауылдың ирҙәр ҡоро етәксеһе Йәмил Балдыбаевтың йортонда ауыл халҡының яугирҙәр именлегенә салған ҡорбан итенән ауыҙ итеү табыны менән тамамланды.
Күберәк фотолар һылтанма буйынса: https://vk.com/album-78858943_294316897