Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2023, 16:00

Ҡапламағыҙ ирҙе

Ир – егеттәр күпкә өлгәшһәләр Һоҡландырып йәшен – ҡартын да Һөйөүе менән уға ҡанат ҡуйған Ҡатынҡайы тора артында!   Шул сағында ирҙәр күтәрелә – Ныҡлы булһа әгәр тылы ла Күләгәлә ҡалып, дәрттәр биргән Ҡатын – ҡыҙҙың етә ымы ла   Кем булһа ла : оло эшҡыуармы, Ғалиммы ул әлә түрәме Уны һәр саҡ хәстәр итеп торған Гүзәл ҡатын – ҡыҙҙы күрәмен!   Ирҙән тора гүзәл зат бәхете - Ир баш булһа –ҡатын – муйыны Атлаһалар ҡулға ҡул тотоноп Артта ҡалыр тормош ҡыйыны!   Гүзәл заттар, ирҙе ҡапламағыҙ - Ҡыҙыҡмағыҙ баҫҡан еренә! Урын белеп, уға терәк булып, Менәрһегеҙ тормош үренә!   Ғаилә хәле йыш ҡатындан тора – Айырмаһын хоҙай имандан! Ир иткән дә – хур иткән дә ҡатын – Аралаһын һеҙҙе ямандан!   Сынтимер Юлыев

Ҡапламағыҙ ирҙеҠапламағыҙ ирҙе
Ҡапламағыҙ ирҙе

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас