Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Марта 2023, 07:45

Андрей Назаров вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса аҙналыҡ кәңәшмә үткәрҙе

Андрей Назаровтың белдереүенсә, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенконың сәфәре барышында раҫланған "юл картаһы"на ярашлы, ҡайһы бер саралар буйынса бик ҡыҫҡа ваҡыт билдәләнгән: "Студенттар кампусын төҙөү буйынса мәсьәләне лә оператив хәл итергә кәрәк".

Андрей Назаров вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса аҙналыҡ кәңәшмә үткәрҙеАндрей Назаров вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса аҙналыҡ кәңәшмә үткәрҙе
Андрей Назаров вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса аҙналыҡ кәңәшмә үткәрҙе

Премьер-министр кампустың беренсе сиратының проект документацияһының дәүләт экспертизаһын үтеү темаһына ентекле туҡталды. Бөгөнгә Баш дәүләт экспертизаһының иҫкәрмәләре буйынса эштең ҙур өлөшө башҡарылған. Ҡайһы бер төҙәтмәләр эксперттарҙан ҡарала, тағы бер нисә айырым конструктив һәм күләмле-планлаштырыу ҡарарҙар өлкәһендә проект документацияһы әҙерләнә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев проекттың 1-се сираты буйынса төҙөлөш эштәрен башлау хаҡында һөйләне. Шулай уҡ биналарҙың, лабораторияларҙың һәм ҡорамалдарҙың макеттарын юғары уҡыу йорттарында урынлаштырыуға әҙерлегенә бәйле мәсьәләләр тикшерелде.

Кәңәшмәне тамамлап, Андрей Назаров йәнә планлаштырыу йәһәтенән эште шунда уҡ башларға һәм беркетелгән майҙандарҙа республиканың юғары уҡыу йорттары менән берлектә ҡорамалдарҙың макетын урынлаштырыу кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. Премьер-министр шулай уҡ тәьмин итеүселәрҙе, финанслау ваҡытын һәм сығанаҡтарын билдәләргә, Баш дәүләт экспертизаһы вәкилдәре менән кәңәшмә уҙғарырға ҡушты.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас