

- Быйыл медицина ойошмаларын заманса реабилитация ҡорамалдары менән йыһазландырыуға 291 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә, - тип хәбәр итә Премьер-министр. - Биш дауахана (Өфөлә, Мәсәғүттә һәм Белоретта) уҙған йылда медицина реабилитацияһы өсөн ҡорамалдар алды. Быйыл тағы алты медицина ойошмаһы өсөн, йәғни Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ ҡала дауаханалары, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Өфө ҡалаһының ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһы, 13-сө ҡала клиник дауаханаһы, Республика балалар клиник дауаханаһы өсөн ҡорамалдар алынасаҡ. Улар өсөн 190 медицина изделиелары һатып алынасаҡ: тренажерҙар, ультратауыш терапияһы һәм физиотерапия өсөн бик мөһим аппараттар, виртуаль реабилитация системалары һ.б. Бынан тыш, республика ҡалаларында һәм райондарында медицина реабилитацияһының амбулатор бүлексәләрен асабыҙ. 2022 йылда бындай бүлексәләр Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Дүртөйлө, Белорет ҡалаларында, шулай уҡ Архангел, Благовар, Дыуан райондарында ойошторолдо.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.