

"Концерт ысын байрамға әүерелде, ыңғай хис-тойғолар бүләк итте. Беҙ ысын сәнғәт шаһиты булдыҡ, ул (ансамбль, - авт.) бейеүҙәр һәм йыр теле аша башҡорт халҡының рухи мираҫын тапшыра, шулай уҡ Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең күп төрлөлөгө менән таныштыра. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров булышлығында билдәле "Мираҫ" ансамбленең күп яҡлы ижадын башҡорт халҡы күпләп йәшәгән төбәктәрҙә тамашасылар ҡарай ала", - тип билдәләй Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының грант ярҙамы менән коллектив 9-17 мартта Екатеринбургта, Ҡурғанда, Пермдә, Ҡазанда һәм Ырымбурҙа сығыш яһаясаҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.