

Бөгөн кис Өфөлә, Менделеев урамында, баш ҡаланың дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көсө менән водителдәрҙе күпләп тикшереү планлаштырыла.
Республика ҡала һәм райондарында юл-патруль хеҙмәте экипаждары полицияның башҡа хеҙмәттәре менән көсәйтелә.
Өҫтәмә иҫкәртеү саралары юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, барығыҙға ла яҡшы һәм хәүефһеҙ ял көндәре!
Фото: БР ЮХХДИ.