Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Марта 2023, 09:09

«Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» етештереү күләмен ике тапҡырға арттыра

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазы районында    «Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» предприятиеһында булды.

«Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» етештереү күләмен ике тапҡырға арттыра«Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» етештереү күләмен ике тапҡырға арттыра
«Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» етештереү күләмен ике тапҡырға арттыра

 

Компания нефть эшкәртеү, нефть, газ етештереү, металлургия предприятиелары, атом энергетикаһы өсөн ҡорамалдар етештерә. Уның ҡулланыусылары иҫәбендә – «Газпром», «Газпром нефть», «Татнефть», «Северсталь» һәм башҡа ҙур Рәсәй компаниялары.

Республика етәксеһе производтсво майҙандары менән танышып сыҡты, компания менеджменты менән республика ярҙамы һөҙөмтәлелеге һәм предприятиеның килдәсәккә пландары хаҡында фекер алышты.  Һөйләшеүҙән асыҡланыуынса, «Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» 2023 йылда етештереү күләмен ике тапҡырға арттырырға ниәтләй. 

 Бөтәһе заводта 570 белгес эшләй. Башҡортостан Башлығы республика предприятие өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләһендә ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас