Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Марта 2023, 08:17

Радий Хәбиров: "Башҡортостан сәнәғәте 2022 йылда "бишле"гә эшләне

Туймазыла БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы коллегияһының күсмә ултырышы үтте.  

Радий Хәбиров: "Башҡортостан сәнәғәте 2022 йылда "бишле"гә эшләнеРадий Хәбиров: "Башҡортостан сәнәғәте 2022 йылда "бишле"гә эшләне
Радий Хәбиров: "Башҡортостан сәнәғәте 2022 йылда "бишле"гә эшләне

     Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Альберт  Кәримов һәм Кластерҙар, технопарктар һәм айырым иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко ҡатнашты. Көн тәртибендә  иҡтисадтың  индустриаль секторы үҫеше перспективалары һәм тармаҡ проекттарына дәүләт ярҙамын киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды.   

 Үҙенең сығышында Башҡортостан башлығы 2020 йылда тармаҡтың эшенә төп йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә яңы бурыстар ҡуйҙы.

      — Башҡортостан был ябай булмаған осорҙо лайыҡлы үтә.  Беҙ хеҙмәт коллективтарын һәм уларҙың тотороҡло эшен һаҡлап алып ҡалдыҡ.  Уҙған йылда етештереү күләме 2,7 процентҡа артты. 

Ике йыл рәттән республика Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урын яулай.

 Былтыр сәнәғәтте үҫтереү һәм конкурентһәләтлелеген күтәреү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 30 млн һумға яҡын аҡса алдыҡ. Ә предприятиелар грант иҫәбенә 128 млн һумдан ашыуға кредит килешеүе буйынса проценттарҙы түләүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай алды.

 Пандемия һәм санкциялар шарттарында өҫтәмә рәүештә айырым тармаҡтарға ярҙам күрһәтә алдыҡ. Мәҫәлән, еңел сәнәғәт тармағына 256,6 млн һум аҡса бүленде. Шуның 13,9 млн һумы – федераль субсидиялар.

 Беҙ ушлай уҡ кластерҙарҙы әүҙем үҫтерәбеҙ. Уларҙың иҫәбе буйынса лидерҙар рәтендәбеҙ. Улар беҙҙә – алтау.

 Республика шулай уҡ  газ менән заправкалау инфрастурктураһын үҫтереү буйынса федераль проектта ҡатнаша. Былтыр был маҡсатҡа 360 млн һум аҡса бүленде.   10 газ менән заправкалау  станцияһы төҙөлдө, улар хәҙер беҙҙә бөтәһе – 51.

Дөйөм алғанда, сәнәғәт комплексы үҫешендәге бөтә төп трендтарҙы тотабыҙ. 450-нән ашыу предприятие иннновация эшмәкәрлеге алып бара. Республика Рәсәй төбәктәренең фәнни-технологик үҫеше топ-5 рейтингында 4-се урын яуланы, – тине Радий Хәбиров үҙенең сығышында төп күрһәткестәргә туҡталып.

   Индустрия тармағы үҫеше йүнәлештәре тураһында ентеклберәк үҙенең сығышында БР сәнәғәт, энергетика һәм инновация министры Александр Шельдяев һөйләне. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас