Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Март 2023, 13:00

Сәсегеҙ матур булһын тиһәгеҙ

Кемдәр сәсенең ҡойолоуына,   тиҙ майланыуына зарлана, түбәндәге ысулдарҙы  ҡулланып ҡарағыҙ. 

Сәсегеҙ матур булһын тиһәгеҙСәсегеҙ матур булһын тиһәгеҙ
Сәсегеҙ матур булһын тиһәгеҙ

 

 Сәс өсөн сәй

Бер стакан йәшел сәйгә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә.   Артабан һөҙөп алып, таҙа сәсте сайҡатырға, артынан һыу менән йыуып төшөрөргә кәрәкмәй. Был төнәтмә сәстәрҙе йомшартып, ялтырата. 

Сәс ҡойолоуға ҡаршы

 10 көн буйы ҡаты сәйҙе көн һайын сәс тамырына һеңдергәнсе һөртөргә. Ул сәстең ҡойолоуын ғына туҡтатып ҡалмай, үҫеүенә лә булышлыҡ итә.

Майлы сәс өсөн

  Бер стакан ҡаты ҡара сәйгә бер стакан имән ҡайрыһы төнәтмәһе ҡушып бутарға. Ошо ҡатнашма менән таҙа сәсте сайҡатырға. Аҙағынан һыу менән йыуып төшөрөргә кәрәкмәй.

Сәсте бөҙрәләткәндә

 Ике ҡалаҡ ҡара сәйгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә. Сәстәрҙе бигудиға урар алдынан ошо төнәтмә менән сайҡатырға. Шулай иткәндә  сәс оҙағыраҡ матур килеш һаҡланыр.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас