Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Марта 2023, 13:52

Сәнәғәт предприятиеларына льготалы заёмдар

2023 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджетынан сәнәғәт предприятиеларына льготалы заёмдар биреүгә 292 миллион һум йүнәлтелә.

Сәнәғәт предприятиеларына льготалы заёмдарСәнәғәт предприятиеларына льготалы заёмдар
Сәнәғәт предприятиеларына льготалы заёмдар

Шуның 52 миллион һумы - федераль бюджет аҡсаһы. Тәүге тапҡыр пилотһыҙ осоу аппараттарын етештереү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ярҙам күрһәтеләсәк.

- Сәнәғәтте үҫтереү фонды тарафынан ярҙам килеп тыуған иҡтисади шарттарҙа ҙур роль уйнай, сөнки тап эре сәнәғәт предприятиелары күбеһенсә республика ҡаҙнаһына һалым керемдәре бирә, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының финанс министры Лира Иғтисамова.

Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/20353/

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас