Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Марта 2023, 16:00

ПОЧТАЛЬОНҒА

Ары-бире хәбәр юҡмы икән? Бик күптәндән инде хат көтәм. Ниндәй булһа ла һеҙ әйтегеҙсе, – Бик тәрәндә өмөт йөрөтәм.   Һәр нәмәгә әҙер булыуым да, Аулағымда эсте бошора. Яралдыммы йән яланғас булып, Барыр юлым әллә ошолай!?   Юҡ-бар сәбәп табып, һеҙ, почтальон, Беҙҙең урамға ла менегеҙ. Никтер һис һөйләшмәҫ булдығыҙ шул, Элек бик тә алсаҡ инегеҙ.   Һеҙ, почтальон, яҡты хәбәр тотоп, Килер кеүекһегеҙ иртәгә, Тигәнемә ун көн үтеп киткән, Арағамы төштө күләгә?..   Их, почтальон, һеҙгә һөйөнсөгә Бүләктәрем инде бер һандыҡ. Һәр береһен ҡабат парлап сығып, Танһыҡтарым ҡанды, мең ҡанды... Их, почтальон!.. Лариса Абдуллина.

ПОЧТАЛЬОНҒАПОЧТАЛЬОНҒА
ПОЧТАЛЬОНҒА

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас