

Мәктәп уҡыусылары сәләм хаттары яҙҙы. Рәхилә Марат ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ менән 100 пластик һауыт сәк-сәк, Кинйәбикә Мәжит ҡыҙы Киньябика Мухаметянова талҡан һәм беҙ инде тормош иптәшем Руслан менән 280 окоп шәмдәрен әҙерләнек. 4-се март көнө ике машинала үҙебеҙҙең яҡташтарыбыҙға юл тоттоҡ. Беҙҙе Крым башҡорттары диаспораһынан Алина һәм Гүзәл Симферополь ҡалаһында ҡаршы алып һәм оҙатып йөрөнөләр изге сәфәребеҙҙә. Тирмә формаһындағы данлыҡлы блок поста үҙебеҙҙең Башҡортостан флагын күреү беҙҙең өсөн ҡыуаныслы хәл булды. Арыу-талыуҙы бер минутҡа оноттоҡ. Өфө егеттәре өсөн дә ҡыуаныслы, көтөлмәгән осрашыу булды. Бүләктәребеҙҙе тапшырып , хәл белешеп юлыбыҙҙы дауам иттек. Инде алдағы блок пост беҙҙе көтә ине инде. Саҡмағош егеттәре лә бүләкһеҙ ҡалманы. Тәғәйенләнгән ергә барып етеп, командир менән танышып(позывной "Чекист"), килтергән күстәнәстәребеҙҙе тапшырып, хәлебеҙҙән килгәнсе яҡын тирәләге блок поста торған яҡташтарыбыҙ менән күрешергә юлландыҡ. Һәр блок поста тулҡынландырғыс осрашыуҙар, күрешеүҙәр булды сөнки сит тарафта яҡташың да туғаныңдай ҡәҙерле шул. Ваҡыт тиҙ арала үтеп тә китте. Херсон менән Запорожьела комендант сәғәте бар ине кисе ваҡытта. Бер ай тирәһе әҙерләнеп һәм бер сәғәт кенә мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ эргәһендә булыу бер ҙә үкенесле булманы, сөнки ошо бер сәғәт эсендә генә яҡташтарыбыҙға өй йылыһы, тыуған яҡ күстәнәстәре, шатлыҡлы минуттар бүләк итә алғаныбыҙға беҙ бик шатбыҙ. Ошо изге сәфәребеҙҙе ойошторорға ярҙам иткән Сочи башҡорттарына, һәр яҡташыма, финанс ярҙам күрһәткән халҡыма, өс көн руль артында булыусы Руслан менән Павел атлы егеттәребеҙгә, хаттар яҙған мәктәп уҡыусыларына, юлда беҙҙе оҙатып йөрөгән "Музей" позывнойы аҫтында йөрөүсе замполитка сикһеҙ рәхмәтде белдерәм.